ИШМӨХӘМӘТОВ Айҙар Айрат улы (1.7.1957, Өфө), терапевт, фарм. маркетологы. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2003). А.И.Ишмөхәмәтовтың улы. И.М.Сеченов ис. 1‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй: 2001 й. алып лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге эске ауырыуҙарҙы дауалағанда иммунология проблемаларына, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу моделдәрен, дарыу әйләнеше өлкәһендә маркетинг һәм мәғлүмәт технологияларын эшләүгә арналған. И. ревматоид артрит м‑н ауырығандарҙа иммун статусы боҙолоуын һәм плазмаферезға ҡарата индивидуаль һиҙгерлекте билдәләү ысулдарын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. “Ремедиум” ж. баш мөхәррире (1997 й. алып).

Хеҙм.: Фармацевтические рынки в едином экономическом пространстве. М., 2005 (авторҙ.); Фармацевтические рынки стран Содружества: Россия, Белоруссия, Казахстан, Украина. М., 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке