ИШЕРСКИЙ Владимир Иванович (12.3.1873, Вятка ҡ. — 1942, Һарытау ҡ.), земство табибы, педагог. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Император Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1898) Ҡазан губерна земство дауаханаһында эшләй, 1900 й. алып Ырымбур, Омск ҡҡ. т. юл табибы. 1906 й. башлап 1‑се Дәүләт думаһы депутаты, 1907 й. — Өфөлә сәйәси һөргөндә була, бында шәхси табиплыҡ практикаһы м‑н шөғөлләнә, 1914 й. — Өфө лазаретында эшләй. 1916 й. алып хәрәкәттәге армияла, 1917 й. — Омск йыйылма лазаретында, 1918 й. — Омск, Чита ҡҡ. табип. 1921—36 йй. Алыҫ Көнсығыш ун‑тында (Владивосток ҡ.) уҡыта, бер үк ваҡытта 1935 й. башлап Владивосток физиотерапия ин‑тының ләм шифаханаһы мөдире. 1936 й. алып Һарытауҙа табип (Б.В. һуғышы йылдарында эвакогоспиталь нач.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке