ИМЕЛБАЕВА Эльвира Арҡам ҡыҙы (2.1.1955, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а.), биолог. Биол. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). БДУ‑ны (1977) һәм БДМУ‑ны (2003) тамамлаған. 1980 й. алып БДМУ‑ла: 1988—90 йй. һәм 1996—98 йй. үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. (1996 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1999 й. — дипломдан һуң белем биреү ин‑тында. Фәнни тикшеренеүҙәре иммунологияның экологик аспекттарына, гинекология, дерматовенерология, стоматология һәм клиник цитологияла иммунопатология проблемаларына арналған. И. ҡатнашлығында респ. дауалау практикаһына серологик скрининг һәм йөклөлөктөң 1‑се һәм 2‑се триместрҙарында тыумыштан булған үҫеш кәмселектәрен диагностикалау ысулдары индерелә, гинекологик һ.б. ауырыуҙарҙы цитологик диагностикалау үҫтерелә. 330‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Иммунотропные эффекты феноксигербицидов. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.