ИБРАҺИМОВА Людмила Александровна (17.4.1953, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2004). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Өфөнөң 3‑сө дауаханаһында, 1982 й. алып Кардиология диспансерында эшләй, 1986 й. башлап БДМУ-ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре бөйөр синдромы геморрагик биҙгәк ваҡытында ҡандың гемодинамикаһы һәм реологияһы үҙенсәлектәрен, эске ағзалар ауырыуҙары булғанда гемостазды өйрәнеү м‑н бәйле. И. ҡатнашлығында геморрагик биҙгәкте иртә диагностикалау, ауырлыҡ дәрәжәһен баһалау критерийҙары һәм күҙаллау ысулдары эшләнә, улар БР‑ҙың дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында индерелә. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: клинико-диагностическая взаимосвязь микроциркуляции и гемодинамических нарушений. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.