ИБӘТУЛЛИНА Рифа Барый ҡыҙы (17.1.1951, Баймаҡ ҡ.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2001). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ-нда эшләй (өҙөклөк м‑н): 1986 й. алып — өлкән, 1989 й. — төп, 2002—08 йй. баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге организмдың төрлө химик матдәләр м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүенең токсикологик‑гигиеник аспекттарына, нефть эшкәртеү, нефтехимия, химия сәнәғәттәрендә һәм а.х. проф. хәүефте кәметеү өсөн гигиеник саралар системаһын камиллаштырыуға арналған. И. 500‑ҙән ашыу химик матдәнең ағыулылығына баһалау үткәрә (12‑һе өсөн ПДК нигеҙләнгән), 6 химик берләшмә өсөн пр‑тиеларҙың эш зонаһындағы һауала зарарлы матдәләр тупланышын үлсәү ысулдарын һ.б. эшләй. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Токсическая гепатопатия (экспериментальная разработка моделей и методов коррекции). Уфа, 2004 (авторҙ.); Поражение печени химическими веществами. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.