АВТОБУС (нем. Autobus), пассажирҙар йөрөтөү өсөн капот йәки вагон тибындағы кузов м‑н йыһазландырылған күп урынлы (9 йәки унан да күберәк) автомобиль. Тәғәйенләнеше б‑са А. ҡала, ҡала-ара (туристик), урындағы бәйләнеш, махсус (вахта А.) һәм дөйөм тәғәйенләнешле; габариттары б‑са — микроавтобустарға, уртаса, берләштерелгән һ.б. А. бүленә. Башҡортостанда 1980—2000 йй. Нефтекама автозаводында ГАЗ, КамАЗ һәм “Урал” автомобилдәренең сериялы шассийы нигеҙендә макс. тиҙлеге 80 км/сәғ кәм булмаған, 10‑дан 31‑гә тиклем урынлы махсус тәғәйенләнешле А. сығарыла; 2000 й. НефАЗ‑5299 ҡала А. етештереү башлана. Пр‑тиела КамАЗ шассийы нигеҙендә махсуслаштырылған, ш. уҡ ҡала, ҡала яны, ҡала-ара һәм туристик А. 20‑нән ашыу модификацияһы сығарыла (2010).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.