ЗАҺИҘУЛЛИН Шамил Зариф улы (14.8.1944, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (1996) атҡ. фән эшмәкәре, БССР‑ҙың атҡ. табибы (1991), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). З.Ш.Заһиҙуллиндың улы. БДМИ‑ны тамамлаған (1967). 1970 й. Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй. 1971 й. алып БДМУ-ла уҡыта, 1984 й. — физиотерапия курсы м‑н эске ауырыуҙар пропедевтикаһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге йөрәк һәм тын алыу ағзалары ауырыуҙарын диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүгә; аллергология, курортология, тергеҙеү мед. мәсьәләләренә арналған. З. ҡатнашлығында интеграль һәм моментлы электрокардиотопография, биосубстраттарҙы хемилюминесценциялау ысулдары эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 800‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. БР терапевтары ғилми йәмғиәте рәйесе (1986—92).

   Хеҙм.: Интегральная электрокардиотопография: атлас. Уфа; Тверь, 2000 (авторҙ.); Состояние сердечно-сосудистой системы у больных гемобластозами. Уфа, 2003 (авторҙ.); Лечебные грязи курорта “Красноусольск” (генезис, альгофлора, показания к применению). Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика