ЗАКИРОВА Әләрә Нурмөхәмәт ҡыҙы (24.7.1941, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк станцияһы ҡсб), кардиолог. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001), БР‑ҙың атҡ. табибы (1996), РФ‑тың почётлы кардиологы (2011). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1965) 1966 й. тиклем Өфөнөң 1‑се поликлиникаһында, 1968 й. алып Респ. клиник дауаханаһында эшләй. 1972 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта, 1997 й. — өҫтәмә проф. белем биреү ин‑тының клиник кардиология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге гипертония ауырыуы, йөрәктең ишемия ауырыуы, хроник йөрәк хәлһеҙлеге патогенезын, уны диагностикалау һәм дауалауҙы; йөрәк ауырыуҙарын дауалағанда антиоксиданттар,‑блокаторҙар, диуретиктар һ.б. сараларҙың һөҙөмтәлелеген өйрәнеүгә арналған. З. ҡатнашлығында стенокардияны церулоплазмин файҙаланып дауалау ысулы эшләнә һәм респ. дауалауиҫкәртеү учреждениеларында ҡулланыуға индерелә. 600-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н кардиологтар ғилми йәмғиәте президенты (2000 й. алып). “Пурпур йөрәк” милли пр. лауреаты (Мәскәү, 2010).

Х е ҙ м.: Современные подходы к диагностике и лечению инфекционного эндокардита: рук. для врачей. Уфа, 2008 (авторҙ.); Диагностика и лечение острого инфаркта миокарда с элевацией сегмента ST. Уфа, 2009 (авторҙ.); Тромбоэмболия легочной артерии: диагностика, лечение и профилактика. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика