ЕФИМОВ Георгий Емельянович (1.3.1946, БАССР-ҙың Шаран р-ны Яңы Георгиевка а. — 22.12.2014, Өфө), эпидемиолог. Мед. ф. д-ры (2000), проф. (2001). РФ-тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ-ны тамамлаған (1971), 1974 й. алып шунда уҡ эшләй (1979—88 йй. лаб. мөдире). 1988 й. башлап Үҙәк курортология һәм физиотерапия ҒТИ-ның Евпатория филиалында бүлек мөдире, 2005 й. — БДМУ‑ның эпидемиология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге эсәк төркөмө бактерияларының патогенлығы факторҙарын һәм уларҙың иммунологик һөҙөмтәлелеген баһалауға, гепатиттар һәм яман шештәр эпидемиологияһын өйрәнеүгә арналған. Е. ҡатнашлығында эсәк инфекцияларын иҫкәртеү өсөн поливалентлы вакцина, хроник гепатиттар сығанаҡтарында эпидемияға ҡаршы саралар ойоштороу б-са тәҡдимдәр эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Правовые и организационные основы противоэпидемических мероприятий в очагах инфекционных заболеваний. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика