• Печать

ДАВЫДОВИЧ Михаил Григорьевич (10.10.1956, Өфө), эндокринолог. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Өфөнөң 19‑сы берләштерелгән балалар дауаханаһында, 1988 й. алып 13‑сө дауаханаһында, 1991 й. — Куйбышев т. юлының Өфө ст. бүлексә дауаханаһында эшләй, 2000 й. — 3‑сө Респ. клиник дауаханаһында бүлек мөдире, 2002 й. — БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге шәкәр диабетын, ҡалҡан биҙе һәм бөйөр өҫтө биҙҙәре ауырыуҙарын өйрәнеүгә, спорт медицинаһы проблемаларына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. Паралимпия уйындарында (2000) Рәсәй йыйылма командаһының һәм трамплиндан саңғыла һикереүҙә, саңғы буйынса икебәйгелә РФ олимпия йыйылма командаларының баш табибы (2005—06).

Хеҙм.: Практическая тиреодология. Уфа, 2008 (авторҙ.); Современная фармакология спорта. СПб., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке