ГОЛУБЦОВ Григорий Васильевич (1880, Новгород ҡ. – 9.2.1946, Өфө), педиатр. Мед. ф. д-ры (1912), проф. (1939). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Император хәрби-мед. акад. тамамлағандан һуң (С.-Петербург, 1904) хәрби табип булып хеҙмәт итә. 1920 й. алып Өфөлә: 39-сы йыйылма госпиталдең баш табибы, 1921 й. башлап балалар дауаханаһының өлкән табибы, бер үк ваҡытта 1922 й. — БДМИ-ла (1935 й. — балалар ауырыуҙары каф. мөдире), 1932—35 йй. Һаулыҡ һаҡлау һәм гигиена ҒТИ-ның дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге  балалар үлеменә тәьҫир итеүсе дифтерия һ.б. инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау проблемаларына арналған. Г. – респ. аслыҡ (1921 й.) эҙемтәләрен бөтөрөүҙе ойоштороусыларҙың береһе. 20-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ-н респ. балалар табиптарының ғилми мед. йәмғиәтен ойоштороусы һәм уның рәйесе (1935—46). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м-н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Опыт изучения детской смертности в Башкирии. Уфа, 1933.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика