ҒИМРАНОВ Мансур Ғимран улы [13.8.1917, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Күгәрсен-Бүләк а. (БР-ҙың Шаран р‑ны) — 8.1.2009, Өфө], микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1969), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) 1952—89 йй. шунда уҡ эшләй (1967—84 йй. микробиология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге эренле инфекция (ш. иҫ. яра инфекцияһы) тыуҙырыусыларҙың патоген үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Ғ. эренле шеш ауырыуҙарын дауалау ысулдарын эшләй, улар респ. дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында ҡулланыла. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Окт. Революцияһы (1976), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: “Ферменты патогенности” и токсины бактерий. М., 1969 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика