АВТОБИОГРАФИЯ (авто..., био... һәм ...графия) художестволы, авторҙың үҙ тормошон һүрәтләүгә нигеҙләнгән әҙәби прозаик жанр. Художестволы А., мәғлүмәти А. (үҙ тормошоңдоң төп ваҡиғаларының ҡыҫҡаса хроникаль белешмәһе) айырмалы рәүештә, хыялланыу мөмкинлеген бирә, сөнки автор унда үҙе м‑н булған ваҡиғаларҙың логикаһына түгел, ә уларҙың художестволы аңлатмаһына эйәрә. Автор үҙ шәхесенең формалашыуына айырыуса тәьҫир иткән, эстетик әһәмиәте булған факттарҙы ғына һайлай. Биография автор интерпретацияһында сағылдырыу, ваҡиғаларҙы һайлап алыу, уларҙы баһалау А. художестволы әҫәргә әйләндерә. Әҙәби А. төрлө ваҡыт ҡатламдары үрелеүе хас, сөнки ул өлкән йәштә яҙыла һәм унда яҙыусының ҡарашы герой күҙлеге аша бирелә. Башҡорт әҙәбиәтендә был жанр С.Агиш, З.А.Биишева, М.Ғафури, Т.Й.Ғиниәтуллин, И.Насыри, Р.Ғ.Солтангәрәев, Д.Юлтый һ.б. әҫ. урын алған. Жанр элементтары М.Кәримдең “Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ” (1976) повесында бирелә.

Р.Х.Яҡубова

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018