ҒИЛМЕТДИНОВА Лира Тәлғәт ҡыҙы (23.4.1953, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Яңы Ҡабан а.), терапевт, кардиолог. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (2000) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Өфөнөң 1‑се ҡала дауаханаһында эшләй. 1981 й. алып БДМУ‑ла: 2000 й. — мед. реабилитацияһы һәм курортология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2001 й. — һаулыҡты ҡайтарыу мед. һәм курортология ҒТИ директоры. Фәнни эшмәкәрлеге йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙарын диагностикалау, тергеҙеүсе дауалау һәм реабилитация проблемаларына арналған. Ғ. тарафынан шифаханакурорт учреждениеларын үҫтереү концепцияһы һәм программаһы эшләнә. 800‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың физиотерапевтары, дауалау физкультураһы, спорт мед. табиптары һәм реабилитологтары ассоциацияһы президенты (2002 й. алып). “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2013).

 Х е ҙ м.: Гуморальная регуляция и эндотелиальная дисфункция при метаболическом синдроме. Уфа, 2004 (авторҙ.); Комплексное лечение и реабилитация больных в санатории “Красноусольск”. Уфа; Красноусольск, 2004 (авторҙ); Организация санаторно‑курортной помощи в санатории “Танып”. Б. м., 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика