ҒИЛМИЙӘРОВА Фрида Насир ҡыҙы (5.6.1937, Өфө), биохимик. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1979). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РСФСР- ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1984). БДМИ‑ны тамамлаған (1961). 1964 й. алып Һамар мед. ин‑тында эшләй (1985 й. башлап лаб. диагностика м‑н фундаменталь һәм клиник биохимия каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге алкоголизм, атеросклероз, миокард инфаркты ваҡытында метаболик боҙолоуҙарҙы өйрәнеүгә, экология һәм биотехнология проблемаларына, лаб. диагностика мәсьәләләренә арналған. Ғ. етәкс. яраларҙы уңалта торған, бешеүгә ҡаршы натурсил препараты һәм иммунитетты модулләүсе силистронг препараты, расторопша нигеҙендә биол. актив аҙыҡ өҫтәмәләре, имеҙеүселәрҙең мускул туҡымаһынан ферментлы препараттар эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 32 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Аналитические подходы к изучению показателей метаболизма в ротовой жидкости. М., 2006; Группы крови: биологическая вариабиальность клеточного состава в норме и патологии. М., 2007 (авторҙ.); Внелабораторная диагностика и врождённые заболевания в работе врача общей практики. Самара, 2006.

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика