ҒИЛМАНОВ Александр Йән улы (14.2.1961, Өфө), клиник лаборатор диагностика табибы, биохимик. Мед. ф. д-ры (2001), проф. (2001). БДМИ‑ны тамамлаған (1984). 1987 й. алып БДМУ‑ла уҡыта, 1999 й. — биоорганик һәм клиник химия каф. мөдире, 2003 й. башлап БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тының лаборатор диагностика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге феноксигербицидтарҙың тиреоид системаһына тәьҫирен, патология ваҡытында клиник лаборатор күрһәткестәрҙең үҙгәреш һәм интерпретация механизмдарын өйрәнеүгә арналған. Ғ. дихлорфеноксиуксус кислотаһы нигеҙендә эшләнгән гербицидтар  организмға тәьҫир иткәндә метаболик боҙолоштарҙы иҫкәртеү, алдан диагностикалау һәм коррекциялау ысулдарын эшләй. 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. Рәсәй мед. лаборатор диагностика ассоциацияһының Башҡ-н бүлеге рәйесе (1999 й. алып), вице-президенты (2007 й. алып).

Хеҙм.: Тиреоидный гормональный статус детей и подростков //Практическая тиреоидология. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика