ҒӘЛИЕВ Фәрит Сөләймән улы (16.12.1945, Өфө — 3.11.2008, шунда уҡ), анестезиолог-реаниматолог. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1996). М.Н. Ғайсинаның улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Асҡын үҙәк район дауаханаһында, 1974 й. башлап Респ. клиник дауаханаһында эшләй. 1989 й. алып БДМУ‑ла: уҡыта, 1995 й. башлап анестезиология һәм реаниматология каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре бер нисә һәм ҡатнаш травма, сепсис һ.б. ваҡытында анестезия һәм интенсив терапия алымдарын эшләүгә арналған. Ғ. тыныс ваҡытта ҙур шартлау булғанда йәрәхәтләнгәндәрҙең хәлен баһалау критерийҙарын эшләй, улар БР‑ҙың дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында ҡулланыла. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың Анестезиологтар һәм реаниматологтар ассоциацияһы президенты (1992 й. алып).

Х е ҙ м.: 10 лет кафедре анестезиологии и реаниматологии Башкирского государственного медицинского университета. Уфа, 2005 (авторҙ.). 

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика