ҒАФАРОВ Хәйҙәр Зәйнулла улы (3.11.1941, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Өсбүләк а.), травматолог‑ортопед. ТР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1992), мед. ф. д‑ры (1987), проф. (1992). ТР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), ТР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1993). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Стәрлетамаҡ ҡ. балалар ҡала дауаханаһында эшләй. 1974 й. алып “Тергеҙеүсе травматология һәм ортопедия” ғилми‑тикшеренеү үҙәгендә (Ҡазан): 1981 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1985 й. — бүлексә етәксеһе, 1989— 2005 йй. дир., бер үк ваҡытта 1990 й. алып Ҡазан мед. академияһының травматология һәм ортопедия каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге балалар һәм үҫмерҙәрҙең терәк‑хәрәкәт аппаратының тыумыштан килгән үҫеш кәмселектәре анатомияһы һәм физиологияһы мәсьәләләренә арналған. Ғ. тарафынан үҫеш барышында нормала һәм ортопедия ауырыуҙары ваҡытында кешенең аяҡ сегменттарының торсион үҫеше теорияһы эшләнгән. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 200 уйлап табыу авторы. ТР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (1995), акад. Г.А.Илизаров фонды пр. (1997) лауреаты.

 Х е ҙ м.: Лечение деформаций стоп у детей. Казань, 1990; Лечение детей и подростков с ортопедическими заболеваниями нижних конечностей. Казань, 1995.

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика