ГАРМС Светлана Александровна (27.2.1935, БАССР‑ҙың Ишембай ҡсб, хәҙ. Ишембай ҡ., – 18.9.1956, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), спортсы. Еңел атлетика б-са спорт мастеры (1956). “Ҡыҙыл йондоҙ” спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры И.Ф.Алещукин). Бейеклеккә һикереү б-са СССР (1955), РСФСР чемп., РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемп., СССР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (бөтәһе лә —1956). Халыҡ-ара (Мәскәү, 1955) һәм бөтә Союз (Киев, 1956)  ярыштары еңеүсеһе. Бейеклеккә һикереү б-са ҡыҙҙар араһында РСФСР чемп. һәм рекордсыһы (1953). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1955—56). 1962—67 йй. һәм 2006 й. еңел атлетика б-са Өфө чемпионаттары Г. иҫтәлегенә арнала. 1995 й. Г. исемендәге приз булдырыла, уның м‑н бейеклеккә һикереү б-са Башҡортостан чемпионкалары бүләкләнә. 2006 й. алып йыл һайын Урман хужалығы техникумында уҡыусылар араһында Г. ис. призға кросс үткәрелә.

Әҙәб.: Трушков В., Парфёнов И. Звёзды сгорают на лету //Башкирия спортивная, Уфа. 1971.

А.А.Крюков

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика