ГАНЦЕВ Шамил Хәнәфи улы (19.4.1951, Өфө), хирург-онколог. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы. (2009), мед. ф. д-ры (1989), проф. (1991). РФ-тың (2002) һәм БР-ҙың (1995) атҡ. фән эшмәкәре. Х.Х.Ганцеваның ҡустыһы. БДМИ‑ны тамамлаған (1974), 1976 й. алып Өфөнөң 6-сы дауаханаһында эшләй. 1978 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта, 1988 й. — дипломдан һуң белем биреү ин-тының онкология һәм патологик анатомия курсы м-н хирургия һәм онкология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1998 й. башлап Респ. клиник онкология диспансерында онкология клиникаһы директоры. Фәнни хеҙмәттәре шештәре башланғыс осорҙа диагностикалау, төрлө дауалау алымдарын берләштереү, иҫкәртеү ысулдарын камиллаштырыуға арналған. 850-нән ашыу фәнни һәм уҡыу-методик хеҙмәт, 50 уйлап табыу авторы. “Креативная хирургия и онкология” (“Креатив хирургия һәм онкология”) ж. баш мөхәррире (2009 й. алып). БР онкологтары ассоциацияһы президенты (1990 й. алып). БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2009). Почёт орд. м-н бүләкләнгән (2009).

Хеҙм.: Аксиллярный лимфатический аппарат при раке молочной железы: атлас. М., 2010  (авторҙ.); Онкология. М., 2010 (авторҙ.); Заболевания шейки матки. М., 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика