ҒӘЛИМОВ Олег Владимирович (25.8.1962, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР-ҙың атҡ. фән эшм‑ре (2003), БР-ҙың атҡ. табибы (1998). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй: 1997 й. алып дауалау ф‑ты деканы, 2005 й. — хирургик ауырыуҙар һәм дипломдан һуң белем биреү ин‑тының яңы технологиялар каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2011 й. башлап БДМУ клиникаһының баш табибы. Фәнни тикшеренеүҙәре сей яра ауырыуын һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларының бергә килгән башҡа ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау проблемаларына арналған. Ғ. тарафынан бариартрик, эндоскопик хирургия алымдары эшләнгән, улар республиканың дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында индерелгән. 800‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 95 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Выбор метода имплантационной герниопластики при вентральных грыжах. Уфа, 2005 (авторҙ.); Особенности хирургического лечения абдоминальной патологии у больных с ожирением. Ростов-на-Дону, 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика