ҒӘЛИЕВ Мәхмүт Әхмәтвәли улы (16.9.1928, Ырымбур ҡ. — 22.8.2014, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1966), проф. (1969). РФ‑тың (1997) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре. Чкалов мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) 1955 й. тиклем Ҡаҙаҡ ССР‑ының Тимер р‑нында табип булып эшләй. 1958 й. алып БДМУ‑ла: 1968—70 йй. — балалар хирургияһы каф., 1979—93 йй. дөйөм хирургия каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге үт юлдары, бауыр, ашҡаҙан аҫты һәм ҡалҡан биҙҙәре ауырыуҙарын диагностикалау һәм хирургик дауалау проблемаларына арналған. Ғ. ҡатнашлығында гематоген остеомиелитты радиоизотоп м‑н диагностикалау, оксигенобаротерапия ысулдары һ.б. эшләнә. “Ҙур медицина энциклопедияһы”н (“Большая мед. энциклопедия”; 30 томда, 1975—1990) сығарыуҙа ҡатнаша. 450‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Х е ҙ м.: Диагностика и лечение кишечных свищей при перитоните. М., 2003 (авторҙ.); Желчнокаменная болезнь и холецистит. М., 2004 (авторҙ.).

 

Р.Ш.Мағазов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика