ҒӘЙНУЛЛИНА Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы (6.9.1947, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Яңы Күл а.), акушер-гинеколог, профпатолог. Мед. ф. д‑ры (1999). РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. табибы. Журналистар союзы ағзаһы (1997). БДМИ‑ны тамамлаған (1973). 1975 й. алып Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда эшләй: 1980 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1985 й. — клиниканың баш табибы, 2002 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге насар производство факторҙарының нефть эшкәртеү сәнәғәтендә, нефтехимия сәнәғәтендә эшләүселәрҙең репродуктив һаулығына тәьҫирен өйрәнеүгә; һөнәри ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙең һөҙөмтәле сараларын эшләүгә арналған. 180‑ләп фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. 1974—99 йй. “Башҡортостан” ДТРК‑нда “Һаулыҡ” телетапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы.

Х е ҙ м.: Профессиональный риск нарушений репродуктивного здоровья работниц нефтехимических производств. Уфа; М., 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика