ҒӘЙНЕТДИНОВ Фазыл Минһаж улы (18.8.1946, ТАССР‑ҙың Аҡбаш а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999). БДМИ‑ны тамамлаған (1971). 1973 й. алып — Өфөнөң 8‑се, 1983 й. башлап 21‑се дауаханаһында эшләй. 1993 й. башлап БДМУ‑ла (2000 й. алып колопроктология курсы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге йыуан эсәк ауырыуҙарын өйрәнеүгә арналған. Ғ. тарафынан колопроктологик ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау б‑са комплекслы программа эшләнә, ул БР-ҙың дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында ҡулланыла; хирургик дауалауҙың аҙ инвазив ысулдары индерелә. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Неотложные заболевания толстой кишки: рук. для врачей. Уфа, 1994 (авторҙ.); Сочетанные заболевания толстой кишки. Уфа, 2000 (авторҙ.); Колопроктология. Уфа, 2007 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика