ҒӘБИҘУЛЛИН Зәйнулла Ғәйнулла улы [10.10.1941, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Үрге Әрмет а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 8.8.2014, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән], микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (2001) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1972). 1975 й. алып БДМУ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1984 й. — микробиология каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре организмда эренләү‑шешеү процестарын (перитонит, сепсис һ.б.) барлыҡҡа килтергән бактерияларҙың патогенлыҡ факторҙарын өйрәнеүгә арналған. Ғ. ҡатнашлығында эренле яраларҙы, эсәк һәм урология инфекцияларын диагностикалау һәм дауалауҙың яңы алымдары эшләнә һәм хирургик практикаға индерелә; инфекцион ауырыуҙарҙы диагностикалағанда эталон булараҡ ҡулланылған Enterobacter, Citrobacter, Proteus һ.б. төр микроорганизмдарҙың22 штамы айырып күрһәтелә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 46 уйлап табыу авторы. Бөтә Рәсәй эпидемиологтар, микробиологтар һәм паразитологтар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1992—2014).

Х е ҙ м.: Условно‑патогенные энтеробактерии. Уфа, 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика