ВОЛЕВАЧ Лариса Васильевна (10.6. 1967, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2005), проф. (2011). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1990) 1994 й. тиклем Өфөнөң 38‑се поликлиникаһында эшләй. 1999 й. алып БДМУ‑ла (2008 й. башлап дипломдан һуң белем биреү ин‑тының поликлиника мед. каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге йәш кешеләрҙең үт ҡыуығы һәм үт бүленеү системаһы ауырыуҙары ваҡытында психоэмоциональ һәм клиник‑функциональ үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, биол. йәш проблемаларына, йоғошһоҙ ауырыуҙарҙы иҫкәртеү ысулдарын камиллаштырыуға һ.б арналған. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Анаболизм в спорте: питание, фармакология, тренировка. Уфа, 2003 (авторҙ.); Заболевания билиарной системы у лиц молодого возраста. Уфа, 2005 (авторҙ.).

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика