ВИКТОРОВА Татьяна Викторовна (20.7.1962, Өфө), педиатр, генетик. Мед. ф. д‑ры (2002), проф. (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1985). 1988 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында эшләй: 1999 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2000 й. — лаб. мөдире, 2011 й. — баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2003 й. алып БДМУ‑ның биол. каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре кешенең күп факторлы ауырыуҙары генетикаһы проблемаларына арналған. В. һөнәри, ҡайһы бер онкологик һ.б. ауырыуҙарға нәҫелдән килгән бирешеүсәнлектең молекуляр- генетик маркерҙарын асыҡлай; Волга-Урал төбәге халыҡтарының генофонд үҙенсәлектәрен өйрәнә; тын алыу ағзаларының, киҫкен эренле- септик ауырыуҙарҙың, гемобластоздарҙың, бәүел ҡыуығы рагының һ.б. патологик процестары барышын күҙаллау ысулдарын дауалау практикаһына индерә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 13 уйлап табыу авторы. Х е ҙ м.: Этиология, патогенез, клиника и профилактика врождённой расщелины верхней губы и нёба. Уфа, 2007 (авторҙ.); Профессиональный риск нарушений репродуктивного здоровья работниц нефтехимических производств. Уфа; М., 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика