ВАФИН Альберт Закир улы (6.7.1937, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Шәрип а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (1994). РФ‑тың атҡ. табибы (1996). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 1964 й. тиклем Баймаҡ р-нының Түбә участка дауаханаһында эшләй. 1967 й. алып Ставрополь мед. акад. уҡыта (1990—2011 йй. госпиталь хирургияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1990 й. башлап эхинококкозды диагностикалау һәм дауалау б-са край үҙәгенең (Ставрополь ҡ.) ғилми етәксеһе. Фәнни тикшеренеүҙәре бауыр, үт ҡыуығы һәм үт ҡыуыу юлдары ауырыуҙарын диагностикалау һәм хирургик дауалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. В. тарафынан туҡыманы юғары т‑ралы плазма ағымы м‑н (“плазма скальпеле”) паразиттарға ҡаршы эшкәртеү ысулы эшләнә, ул бауыр эхинококкозын һ.б. ауырыуҙарҙы хирургик дауалағанда ҡулланыла. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Острый лактационный мастит. Ставрополь, 1986 (авторҙ.). 

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика