ВАСИЛЬЕВА Нина Петровна (12.3.1959, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а.), ультратауыш диагностикаһы табибы. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй (1990 й. алып бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙың тыумыштан булған үҫеш кәмселектәрен һәм күкрәк ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙарын ультратауыш м‑н диагностикалауға арналған. В. ҡатнашлығында тура эсәк атрезияһы бейеклеген эхографик асыҡлау, яңы тыуған балаларҙа тыумыштан булған күкрәк шаршауы бүҫерен диагностикалау, балаларҙа экссудатив плеврит ваҡытында аҙ инвазив ҡатнашыу күрһәткестәрен билдәләү ысулдары эшләнә. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. 

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика