ВӘЛИШИН Дамир Әсхәт улы (5.7. 1962, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Иҫке Ихсан а.), инфекционист. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлаған (1985), 1991 й. алып шунда уҡ эшләй (2003 й. башлап дипломдан һуң белем биреү ин‑тының дерматовенерология курсы м‑н инфекцион ауырыуҙар каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре геморрагик биҙгәк патогенезында күҙәнәктәр иммунитеты механизмдарын өйрәнеүгә бәйле. В. ҡатнашлығында геморрагик биҙгәкте интерферон һәм йодантипирин ҡулланып дауалау ысулдары эшләнә, иерсиниозды доксициклин һәм рифампицин ҡулланып дауалау ысулдары индерелә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные проблемы эпидемиологии, патогенеза, диагностики, лечения и профилактики. Уфа, 2006 (авторҙ.); Инфекционные болезни: национальное руководство. М., 2009 (авторҙ.); Атлас инфекционных болезней. М., 2009 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018