ВӘЛИӘХМӘТОВ Ансар Фазлиәхмәт улы [1.5.1922, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Йыланлы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 10.7.2005, Өфө], патологоанатом. Мед. ф. д‑ры (1975), проф. (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДМИ‑ны тамамлаған (1950), 1953 й. алып шунда уҡ эшләй: 1958—61 йй., 1968—70 йй. дауалау ф‑ты деканы, 1961—63 йй. уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1976—87 йй. патологик анатомия каф. мөдире; 1989— 98 йй. Хужалыҡ иҫәбендәге ҡала косметология дауаханаһында (Өфө) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть продукттары (тиофен һәм уның яһалмалары) тәьҫирендә организмдағы морфол. үҙгәрештәрҙе өйрәнеүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Бөтә Союз патологоанатомдар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1972—89). 1‑се (1985) һәм 2‑се дәрәжә (1944) Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика