ВАКУЛЕНКО Иван Логгинович [1878 й. ғин., Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Спасский а. (Ырымбур өлк. Һарыҡташ р‑ны) — 3.4.1955, Өфө], биохимик. Мед. ф. д‑ры (1935), проф. (1935). РСФСР‑ҙың (1947) һәм БАССР‑ҙың (1944) атҡ. фән эшмәкәре. Коллегия асессоры (1914). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1907) шунда уҡ эшләй; 1935—55 йй. — БДМИ‑ла: 1942 й. тиклем органик химия, 1945—53 йй. биол. һәм органик химия каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре төрлө ауырыуҙар ваҡытында ҡандың биохимик составын, липидтарҙың химик составын һәм үҙсәнлектәрен өйрәнеүгә арналған. В. дифтерия бактерияларының липид составын билдәләй (Е.М.Губарев м‑н берлектә). 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Бөтә Союз физиологтар, биохимиктар һәм фармакологтар йәмғиәтенең Башҡ-н филиалы рәйесе (1938—41).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика