ВАҺАПОВА Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы (11.7.1942, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Үрге Санъяп а.), анатом. Мед. ф. д‑ры (1989), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2002), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002), БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). БДМИ‑ны тамамлаған (1965), 1968 й. алып шунда уҡ эшләй: 1989—2000 йй. педиатрия фак‑ты деканы, 1993 й. башлап кеше анатомияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге быуындар морфологияһын өйрәнеүгә арналған. В. тәүгеләрҙән булып синовиаль тышса “люктарын” һүрәтләй, быуындарҙағы трансиновиаль алмашыныуҙың концепцияһын эшләй, быуындар капсулаһы пластикаһының яңы ысулын тәҡдим итә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. Бөтә Рәсәй анатомдар, гистологтар һәм эмбриологтар ғилми йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1995 й. алып). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2012).

Х е ҙ м.: Кафедра анатомии человека БГМУ (1932—2002). Уфа, 2002 (авторҙ.); Terminologia Anatomica‑Международная анатомическая терминология. М., 2003 (авторҙ.); Мениски коленного сустава: морфология, современные методы диагностики их повреждений. Уфа, 2010 (авторҙ.). 

 

А.Ә.Байгилдина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика