ИҪӘНБИРҘИН Әхкәметдин Сабит улы [1883, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аблай а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 1930, шунда уҡ], яҙыусы. Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Рәсмәкәй а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) мәҙрәсәлә, “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә (1906—12) уҡыған. Ғәрәп телен белгән. “Үкенесле һөйөшөү, яхуд Мансур илә Ғәлиә” (1911) китабында яҙыусы мәҙрәсәләрҙә иҫке алым м‑н уҡытыуҙы тәнҡитләй, соц. тигеҙһеҙлеккә ҡаршы протест белдерә. “Тәәсеф, йәки Михнәтле кисәләр” (1913) романында кешенең рухи матурлығы раҫлана.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте. XX быуат башы. 2-се кит. Проза. Драматургия. Өфө, 1984.

М.Х.Нәҙерғолов

Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке