ИМАНҒОЛОВ Сулпан Ғоссам улы [1.1.1932, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны Урман‑Бишҡаҙаҡ а. (БР-ҙың Ишембай р‑ны) – 9.1.2001, Мәләүез ҡ., тыуған яғында ерләнгән], шағир, журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы (1981), Журналистар союзы ағзаһы. 1958 й. алып “Ударсы” гәз., 1962 й. — “Путь Октября” гәз. (1965 й. башлап мөхәр- рир урынбаҫары) хеҙм‑ре, 1971 й. — Мәләүез р‑нының Хеҙмәтсәндәр депутаттары советы башҡарма ком‑тының бүлек мөдире, 1974—92 йй. “Башҡортостан” ДТРК хәбәрсеһе. “Тел тирмәне” исемле тәүге китабы 1969 й. сыға. Башлыса сатира һәм юмор өлкәһендә эшләй. “Сатира еңгәм” (1974), “Күҙлекле һуҡыр сысҡан” (1985) китаптарына ингән фельетон һәм мәҫәлдәрендә, “Салыш көҙгө” (1980), “Таш ҡурсаҡ” (1991) йыйынтыҡтарына ингән сатирик шиғырҙарында ришүәтселекте, мутлашыуҙы фаш итә, хөрәфәттәрҙән һ.б. әсе көлә. Ш.Хоҙайбирҙин (1996), Б.Рафиҡов (2001) ис. пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Аҡландағы мәктәптә: шиғырҙар, әкиәт. Өфө, 1988; Йәнтөйәктә беҙҙең йөрәк. Өфө, 1996; Ашҡаҙар таңдары. Өфө, 2000.

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018