ИЗГЕ ИХТЫЯР УЙЫНДАРЫ, ҡыҫҡа халыҡ‑ара ярыштар, 4 йылға 1 тапҡыр үткәрелгән. Уйындарҙың девизы: “Спортта дуҫлыҡтан — Ерҙәге тыныслыҡҡа!” Тәүге йәйге И.и.у. — Мәскәүҙә (1986), ҡышҡыһы АҠШ‑та (Лейк-Плэсид ., 2000) үтә. Уйындарҙа ҡатнашыусы Башҡортостан спортсылары араһында С.В.Үлмәҫова — 3000 м һәм 5000  йүгереүҙә көмөш призёр (1986); Р.М.Буранғолова — марафон йүгереүе б‑са бронза призёр (1990); В.И.Таянович — ирекле стилдә йөҙөүҙә көмөш призёр (1986; 2 тапҡыр, 1990 й. — бөтәһе лә эстафетала); Т.Р.Лебедева — өсләтә һикереүҙә чемп. (2001) һәм көмөш призёр (1998). 2005 й. И.и.у. туҡтатыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке