ГОРУЛЁВ Павел Сергеевич (13.12.1949, Ырымбур ҡ.), тренер. Пед. ф. д‑ры (2007). Ауыр атлетика б-са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1993), СССР-ҙың спорт мастеры (1972), халыҡ-ара категориялы судья (1995). БР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1997). БР-ҙың күренекле спортсыһы (1993). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин-тын тамамлаған (1980). Юғары спорт оҫталығы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.Н.Самородов). Ырғымда СССР (1978), РСФСР (1977—78) чемп., СССР чемпионатының бронза призёры (1980). “Дружба” Кубогына халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе (1978). 1981 й. алып БР-ҙың Юғары спорт оҫталығы мәктәбе тренеры, 1987—97 йй. өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1996—98 йй. Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры, 1999 й. башлап Башҡ. физик культура ин‑ты директоры. Г. етәкс. БР йыйылма командаһы Рәсәй чемп. була һәм Рәсәй Кубогын яулай (1993—94, 1996). Тәрбиәләнеүселәре араһында И.П.Алексеев, В.А.Богославский, А.Г.Скрипкин, ш. уҡ 10-дан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Фәнни тикшеренеүҙәре көс һәм тиҙлек-көс талап иткән спорт төрҙәрендә күнекмәләр барышы м-н идара итеү, ауыр атлетикала ҡатын-ҡыҙҙарҙы спортҡа әҙерләү проблемаларына арналған. 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР‑ҙың Көс талап иткән спорт төрҙәре ассоциацияһы (1995 й. алып), БР-ҙың Ауыр атлетика федерацияһы (2005 й. алып) президенты.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика