ҒИБӘҘУЛЛИН Миңлетаһир Ғибәҙулла улы [башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Ғибәҙәтов Таһир Ғибәт улы; 29.12. 1898, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Абзай а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 19.4. 1982, шунда уҡ], әкиәтсе. Беренсе донъя, Граждандар һуғышында, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Троицк мәҙрәсәһендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. Тыуған ауылында йәшәгән һәм эшләгән. Ғ. нәфис һүҙ оҫтаһы була, легендалар, риүәйәттәр, хәтирәләр һәм өгөт-нәсихәтле әкиәттәр һөйләй. 1970‑се йй. Ә.М.Сөләймәнов унан 30‑ға яҡын әҫәр яҙып ала, уларҙың ҡайһы берҙәре “Башҡорт халыҡ ижады”, “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә) йыйынтыҡтарына ингән. 1937 й. репрессиялана (1947 й. тиклем төрмәлә була). 1989 й. аҡлана.

Әҙәб.: С ө л ә й м ә н о в Ә.М. Тормош-көнкүреш әкиәттәре (жанр үҙенсәлектәре). Өфө, 1990; С у л е й м а н о в А.М. Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика. М., 1994.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика