ҒӘЛИ Муса [ысын исеме Ғәлиев Ғабдрахман Ғәли улы; 15.10.1923, БАССР- ҙың Өфө кантоны Иҫке Муса а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 15.1.2004, Өфө], шағир. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин-тын (1952), СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1965) тамамлаған. 1952 й. алып “Пионер” ж. бүлек мөдире, 1959—63 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһының әҙәби консультанты. “Яҡты көн” исемле тәүге шиғырҙар китабы 1953 й. сыға. Ғ. әҫәрҙәре форма һәм тематика төрлөлөгө, йөкмәтке тәрәнлеге һәм стиль баҙыҡлығы м‑н айырыла. Сәйәхәттәр тәьҫирендә яҙылған “Ҡырым дәфтәренән” (1957), “Франция дәфтәренән” (1972), “Монголия дәфтәренән” (1977) һ.б. шиғырҙар циклдары гражданлыҡ һәм интернационализм рухы м‑н һуғарылған. “Диңгеҙҙәр аша һөйләшеү” (1960), “Хәтер һуҡмаҡтары” (“Тропинки памяти”; 1980), “Ҡыҙыл үләндәр” (1979) һ.б. шиғыр һәм поэмалар йыйынтыҡтарының темаһы — халыҡтың героик үткәне, тыуған яҡҡа һөйөү. “Өмөт йондоҙо” (“Звезда надежды”; 1977), “Йүкәләр сәскә ата” (“Липы цветут”; 1978) һ.б. балалар өсөн яҙылған шиғри йыйынтыҡтар авторы. Ә.Мохтар, А.С.Пушкин, У. Шекспир һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1979). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1993) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә, Шишмә ҡасабаһында, тыуған ауылында уның исеме м‑н урамдар аталған. Иҫке Муса урта мәктәбенә Ғ. исеме бирелгән, бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2005).

Ә ҫ ә р ҙ.: Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 1973; Аҙымдар: повестар, комедия, юлъяҙма. Өфө, 2002; Избранная лирика. М., 1972; Обращение к роднику. М., 1981.

Әҙәб.: Х ө с ә й е н о в Ғ.Б. Шағирҙәр: әҙәби портреттәр. Өфө, 1981.

 Р.Т.Бикбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика