ҒӘЙНУЛЛИН Венер Кәлимулла улы (5.1.1943, БАССР‑ҙың Бүздәк р-ны Арыҫлан а.), тренер. Грек-рим көрәше б-са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2001), халыҡ‑ара (1995) һәм бөтә Союз (1982) категориялы судья. БР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1994). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин-тын тамамлаған (1974). 1967 й. алып Октябрьский ҡ. физик культура һәм спорт б-са ком‑т инструкторы, 1969 й. — “Хеҙмәт” ДСО-һы Башҡ‑н өлкә советының өлкән тренеры, 1986—2008 йй. БР йыйылма командаһының баш тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.Ф.Ғәйнанов, ш. уҡ 30-ҙан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1986). БР‑ҙың Грек‑рим көрәше федерацияһы президенты (1986—2003), Халыҡ-ара билбау көрәше федерацияһының ген. секретары (2010 й. алып).

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика