ҒӘБИТ СӘСӘН [ысын исеме Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы; 1856 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1850), Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Иҙрис а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Үрге Иҙрис а., — 1921, шунда уҡ], башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы, йырсы, ҡурайсы. Ишмөхәмәт сәсәндең уҡыусыһы. Ғ.с. репертуары бай һәм күп төрлө. 20 б. башында М.А.Буранғолов сәсәндән бик күп легенда һәм риүәйәт, “Урал” йырын, “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Ҡараһаҡал”, “Күсәк бей” (ҡара: “Бабсаҡ менән Күсәк”), “Иҙел менән Яйыҡ”, “Юлай менән Салауат”, “Тамъян”, “Батырша”, “Байыҡ Айҙар сәсән” эпос һәм ҡобайырҙарын, Салауат Юлаевтың “Ағиҙелкәй аға ҡая аралап...”, “Сәстәреңдең толом сулпылары...”, “Һауаларҙа осҡан, ай, яғылбай...” шиғырҙарын һ.б. яҙып ала. Ғ.с. “Ҡурай бәйете”, “Һаҡмар бәйете”, “Аусы мажаралары” шиғыры һәм дүрт юллыҡ сатирик шиғырҙары “Башҡорт шиғриәте антологияһы. Быуаттар тауышы” (2001) китабына индерелгән. 1912 й. Ырымбур губернаһы Яҡуп а. һәм Ырымбур ҡ. үткәрелгән Ватан һуғышында (1812) еңеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҡурайсылар һәм сәсәндәр ярышында, ш. уҡ 1920 й. Стәрлетамаҡ ҡ. АСБР хөкүмәте тарафынан ойошторолған конкурста еңеүсе була.

Әҙәб.: Б у р а н ғ о л о в М.А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995; С ә ғ и т о в М.М. Мифологияға нигеҙләнгән героик ҡобайырҙар //Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып. 4.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика