ВӘХИТОВА (Әхмәлетдинова) Әлфинур Зарип ҡыҙы (20.11.1931, БАССР-ҙың Мәләүез р-ны Килтәй а.), шағирә. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994). 1953—56 йй. Мәләүез р‑ны мәктәптәрендә эшләй, 1958 й. “Совет Башҡортостаны” гәз., 1959—93 йй. “Йәншишмә” гәз. хеҙм‑ре. “Сәскә ата гөлдәрем” исемле тәүге китабы 1962 й. сыға. Балалар өсөн яҙылған “Күстәнәс” (1966), “Кем ғәйепле?” (1975), “Хат яҙа беләм” (1983) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарында хеҙмәткә, тәбиғәттең һәм тормоштоң матурлығына дан йырлай.

Әҫәрҙ.: Ғәли бабай баҡсаһы: әкиәттәр. Өфө, 1986; Дуҫлыҡ утрауы: хикәйәләр, тәржемәләр, инсценировкалар һәм әкиәттәр. Өфө, 2006.

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика