ИВАНОВА Валентина Сергеевна (13.11.1963, Өфө), тренер. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2005), СССР‑ҙың спорт мастеры (1986). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (2005) атҡ. физик культура хеҙм‑ре, РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2006). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (1997). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Ә.Мөниров). Марафон йүгереүендә РСФСР (1987) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1986) чемп., СССР чемпионатының көмөш призёры (1987). 1987 й. алып Гастелло Н.Ф. ис. спорт клубының уҡытыусы-тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында — Н.Н.Ерофеева, ш. уҡ 5 Рәсәй спорт мастеры. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м‑н бүләкләнгән (2012).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.