ИВАНОВ (Стихарев) Филипп Антонович (24.10.1871, Һарытау губ. Плана а. — 20.7.1957, Лондон), тау инженеры. Урал тау уч‑щеһын (Екатеринбург ҡ., 1894), Фрейберг тау акад. (Германия, 1901), Петербург тау ин‑тын (1906) тамамлаған. 1894 й. Ҡытау тау округы рудниктарында, 1901—05 йй. Германия, Австрия, Бельгия, Англия металлургия з‑дтарында күҙәтсе булып эшләй. 1906 й. алып Ҡытау-Ивановка тау округы нач., 1912 й. Ҡыштым тау з‑дтары йәмғиәте директоры. Ҡыштым заводтарының эске ҡоролошон үҙгәртә һәм техник яҡтан яңырта, уның етәкселегендә таҙартылған электролитик баҡыр, көкөрт һәм азот кислоталарын етештереү үҙләштерелә. Пермь губернаһында һәм Ырымбур губернаһында алтын һәм аҡ алтын сығарыуҙы, Көньяҡ Уралда баҡыр ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе ойоштороусыларҙың береһе. 1912 й. алып Өфө губернаһынан Дәүләт советы ағзаһы. Екатеринбургтың почётлы гражданы (1917).

В.Н.Макарова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.