ИБРАҺИМОВ Әнүәр Камил улы (27.11.1965, Өфө), спортсы. Фехтование б‑са СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1988), СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1984), Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2004). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Хәрби физик культура ин‑тын (Ленинград, 1990), БДУ‑ны (1993) тамамлаған. “Локомотив” ДСО‑һы, Юғары спорт оҫталығы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.И.Әйүпов), 1983—98 йй. ЦСКА өсөн сығыш яһай. Команда зачётында Олимпия уйындары чемп. (1988). СССР кубоктарын яулаусы (1984, 1990), СССР халыҡтары спартакиадаһы чемп. (1986), СССР чемпионатының (1988) һәм Бөтә донъя универсиадаһының (1985) бронза призёры, шәхси зачётта “Ленинград рапираһы” халыҡ‑ара турнирҙары еңеүсеһе (1987—88). Команда зачётында Европа кубоктарын яулаусы (1986, 1989, 1991, 1996—97), СССР чемп. (1987—91), донъя чемпионатының көмөш (1995) һәм бронза (1985) призёры. Үҫмер спортсылар араһында СССР чемп. һәм донъя чемпионатының бронза призёры (икеһе лә — 1984). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1992). СССР (1984 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—98) йыйылма командалары ағзаһы. 2000 й. башлап Рәсәйҙең рапира м‑н фехтование б‑са үҫмер спортсылар командаһының өлкән тренеры, 2005 й. — ирҙәр йыйылма командаһы тренеры. Почёт орд. (1989), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2003), Халыҡтар дуҫлығы орд. (2004) м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018