ИБРАҺИМОВА Эльвира Винер ҡыҙы (3.6.1978, Өфө), спортсы. Биатлон һәм саңғы ярышы б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2007). Һуҡырҙар йәмғиәтенең уҡыу-производство пр‑тиеһы (Бәләбәй ҡ.) тәрбиәләнеүсеһе, 1999 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренерҙары Ә.А.Ғүмәров, С.Р.Ғүмәров). Эстафетала Паралимпия уйындарының көмөш призёры (2002), 5 км ярышта Рәсәй чемп. (2003), саңғы ярыштары б‑са донъя чемпионаттарының 5 һәм 10 км ярыштарҙа, эстафетала көмөш (2005) һәм эстафетала бронза (2000) призёры. Биатлон б‑са спринтта Паралимпия уйындарының бронза призёры (2006), 12,5 км ярышта һәм спринтта донъя чемп. (2005), 12,5 км ярышта донъя чемпионатының көмөш призёры (2009). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000—10). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2006).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018