ЗӘКИЕВ Мирфәтих Зәки улы (14.8.1928, ТАССР‑ҙың Зәйпе а.), тел белгесе, төркиәтсе. ТР ФА акад. (1991), филол. ф. д‑ры (1963), проф. (1964), БДУ‑ның почётлы д‑ры (2011). РСФСР-ҙың (1976) һәм ТАССР‑ҙың (1970) атҡ. фән эшмәкәре, СССР ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972), мәғариф отличнигы (1974). ТАССР ЮС‑ы рәйесе (1980—90). Фәнни тикшеренеүҙәре төркиәт проблемаларына; татар теленең тарихи үҫешенә һәм синтаксик төҙөлөшөнә арналған. “Дәртле йыр” (1974) китабында Ж.Ғ.Кейекбаев т‑да иҫтәлектәр урын алған. 1000‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. ТР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (1994), Ж.Ғ.Кейекбаев ис. пр. (1993) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “ТР‑ҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2008) орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Синтаксический строй татарского языка. Казань, 1963; Происхождение тюрков и татар. М., 2003; Этногенез тюрков, булгар и башкир. Уфа, 2011; Глубокие этнические корни тюркских народов. Астана, 2001.

Әҙәб.: Академик Мирфатых Закиев: к 70-летию со дня рождения. М., 1998; Проблемы изучения и преподавания тюркской филологии: преемственность поколений: сб. материалов Междунар. науч.-практ. конф., посвящ. 80-летию акад. М.З.Закиева. Стерлитамак, 2008; Творческие связи Казанской тюркской лингвистической школы: материалы Междунар. науч.‑практ. конф., посвящ. 80-летию Мирфатыха Закиева. Казань, 2010.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика