ЖУРАВЛЁВА Светлана Евгеньевна (7.4.1960, Горький ҡ.), спортсы. Биол. ф. канд. (1999). Парашют спорты б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1989). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). Е.Ф.Журавлёвтың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлаған (1984). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубы, авиация-техник спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.К.Котенков). Айырым күнекмәләр б‑са РСФСР‑ҙың абс. чемп. (1991), СССР (7 тапҡыр, 1985, 1987— 88, 1991), СССР халыҡтары спартакиадаһы (2 тапҡыр, 1991), РСФСР (1988—91) чемп., СССР чемпионатының (1987) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһының (1990) көмөш призёры. “Крылья Родины” (“Тыуған ил ҡанаттары”) ж. призына халыҡ‑ара ярыштарҙың абс. еңеүсеһе (1988), Болгарияла халыҡ‑ара ярыштарҙа еңеүсе (София, 1988). 1000 м бейеклектән билдәләнгән урынға аныҡ төшөү б‑са төркөмләп һикереүҙә донъя рекордсыһы (1988). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1984—91).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018