ЖАРИКОВ Дмитрий Сергеевич (8.3.1984, Свердловск ҡ.), спортсы. Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). Урал физик культура акад. тамамлаған (2005). ДЮСШ (Екатеринбург ҡ.; тренеры В.А.Воробьёв), байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СДЮШОР (Өфө; Н.А.Попов, Н.А.Попова) тәрбиәләнеүсеһе. 500 һәм 2000 м дистанцияларҙа Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёры (2003—04). Үҫмер спортсылар араһында бер, ике, дүрт кешелек байдаркаларҙа 500, 1000 һәм 2000 м дистанцияларҙа донъя (2001), Европа (2 тапҡыр, 2002) һәм Рәсәй (2 тапҡыр, 2002; 2003—04) беренселектәре еңеүсеһе.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке