ЕРОФЕЕВА Нелли Николаевна (2.3.1983, Өфө), спортсы. Еңел атлетика б-са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2005). Урал физик культура акад. тамамлаған (2005). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.С.Иванова). Сурдлимпия уйындарының 800 м һәм 1500 м йүгереү б-са, 4х100 һәм 4х400 м эстафетала чемп. (2005; 2 тапҡыр, 2009), көмөш (2 тапҡыр, 2005) һәм бронза (2005, 2009) призёры. 800 м һәм 1500 м йүгереү б‑са, 4х400 м эстафетала донъя (3 тапҡыр, 2008), Европа (2007) һәм Рәсәй (2007—10) чемп., донъя (2012) һәм Европа чемпионаттарының көмөш призёры (2 тапҡыр, 2007; 3 тапҡыр, 2008). Йәштәр араһында Рәсәй чемп. (2004). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2004 й. алып). Дуҫлыҡ орд. (2007), 2-се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2012) м-н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика